Милли аш-һыу әҙерләү

Январь 30, 2022 Просмотров: 106
МоеНациональноеБлюдо2022 
#Флешмоб2022
#Минеңмиллиризығым
Милли аш-һыуҙарыбыҙ-милли мәҙәниәтебеҙҙең ҙур тарихи юл үткән, киң танылыу яулаған өлөшө ул. Сөнки унда үткәнебеҙ, көнкүрешебеҙ һәм башҡа сифаттарыбыҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ сағыла.
 26 ғинуар, VII-IX класс ҡыҙҙары флешмобҡа ҡушылдылар. Ашнаҡсы Исҡужина Зәлифә Ғилмитдин ҡыҙы мәктәп ашханаһында милли ризыҡтарыбыҙ "Бишбармаҡ", "Һалма" әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡыҙҙар "Йыуаса" ла бешерҙеләр. Афарин, ҡыҙҙар!
Йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, милли үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныу маҡсатында ойошторолған сарала уҡыусылар менән берлектә әүҙем  ҡатнашҡан әсәйҙәргә лә ҙур рәхмәт.