Ныҡлы ғаилә - ил терәге!

Март 3, 2023 Просмотров: 15
"Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәтәре" исемле класс сәғәтендә III һәм IV класс уҡыусылары (кл.етәкселәре:Г.Н.Хажиәхмәтова)  кеше тормошонда ғаиләнең мөһим булыуы, ғаилә ағзаларына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, изгелекле булыу кеүек төрлө сифаттарҙы асыҡлап фекер алыштылар. Һәр уҡыусы ғаиләһе тураһында һөйләне, мәҡәлдәр өҫтөндә эшләнеләр, мәктәп музейында шәжәрәләр менән таныштылар, ҡартатай-олатайҙары тураһында ла фәһемле мәғлүмәттәр белделәр.