"Йәншишмә" акцияһы

Апрель 1, 2023 Просмотров: 190
Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан “Йәншишмә” гәзите үткәргән төрлө акцияларҙа беҙҙең уҡыусыларбыҙ ҡатнашалар.
     “Яҙыл да бүләк от!” уйынында Ҡашҡаров Вәхит төп бүләк -  18 тиҙлекле велосипедты отто. Яҡташыбыҙ, “Йәншишмә” газетаһының хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимова “Йәншишмә бүләк» акцияһы ойоштороп, күп балалы ғаиләләргә газета-бүләк яҙҙырҙы һәм Өфө ҡалаһы уҡытыусыһы Әлфирә Искәндәрованың бүләге беҙҙең мәктәптән 5-се класс уҡыусыһы Игебаева Зөбәржәткә эләкте. II класс уҡыусыһы Теләүсина Зөлхизәгә ( II класс) Йәншишмәнең элекке йәш хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы Шаммасовтан гәзит-бүләк килде. Бөгөн беҙгә Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы үҙе ҡунаҡҡа килеп етте. “Әсәм теле-сәсән теле” бәйгеһендә еңеүсе булған II класс уҡыусыһы Тләүсина Алтынайҙы Маҡтау ҡағыҙы һәм Ә.Әсәҙуллинаның “Күлсумғанға ни булған” китабы менән бүләкләне. 
 Редакция хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ,  ғаилә именлеге, эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ.
                     Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары: Г.Н.Хажиәхмәтова