Театр көнө

Апрель 1, 2023 Просмотров: 53
Театр -ул үҙе бер тормош.
Уҡыусылар менән әңгәмә " Театр- нимә ул?" тигән һорау менән башланды. Һәр бер уҡыусы үҙҙәренең театрҙы нисек аңлағандарын һөйләнеләр. Театр донъяһы менән таныштылар. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актерҙары, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы,Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре,режиссер Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтүнов, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Әсғәт Ҡотлоғужа улы Йәнбәков, актёр, йырсы, режиссёр, телетапшырыуҙар алып барыусыһы Арыҫлан Әсғәт улы Йәнбәков тураһында бик күп мәғлүмәттәр белделәр.