Иғтибар, балалар!

Апрель 12, 2023 Просмотров: 159
#вниманиедети #minobrnauki_rb #yuidbashkortostan #gibdd_rb #яратамПДД 
"Иғтибар, балалар!" юл йөрөү хәүефһеҙлеге акцияһы сиктәрендә беҙҙең мәктәптә балалар хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса ЮХХДИ инспекторы Р.Ғ.Әминев менән осрашыу-әңгәмә үтте. Рафаил Ғәбитулла улы уҡыусыларға юл  хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, транспортта хәүефһеҙлек ҡайыштары тураһында онотмауҙарын иҫкәртте, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булыуының мөһимлеген билдәләне,   бәлиғ булмаған балаларҙың, тейешле документ булмайынса транспортта үҙаллы йөрөргә ярамағанлығы тураһында ла әйтеп үтте. Артабан уҡыусылар тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Г.Н.Хажиәхмәтова етәкселегендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  Мир Мырҙағолов,Тимур Сәйетҡолов һәм Баймаҡ ҡалаһы телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Магнитогорск - Ира юлы трассаһында    юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкәртеү,  балалар йөрөтөүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймау  маҡсатында водителдәргә иҫкәртмәләр тапшырҙылар.
Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.