Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау

Апрель 19, 2023 Просмотров: 122
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы 2023 йылда белем биреү учреждениелары араһында укыусыларҙың башланғысына нигеҙләнгән «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проектарын тормошка ашырыуға субсидиялар биреүгә конкурс иғлан итте. Был проектҡа Баймаҡ районы Ишмырҙа мәктәбе уҡыусылары ла ихлас ҡушылды. 14 йәштән өлкән уҡыусыларҙан торған инициатив төркөмдәр  мәктәптең ихтыяжын өйрәнеп, төрлө йүнәлештә үҙ проекттарын тәҡдим итте:    
«Заманса география кабинеты”,    “Ял итеү булмәһе”, «Лингафон кабинеты», «IT кабинет», «Иң шәп ашхана».   Дөйөм мәктәп йыйылышында   5-9 класс уҡыусылары алдында командалар үҙ проекттарын яҡланы.  Һөҙөмтәлә «IT кабинет»  проекты еңде.