"Беренселәр хәрәкәте"

Апрель 30, 2023 Просмотров: 129

27 апрель, V класс уҡыусыларын "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһы сафына индереүгә арналған тантаналы линейка үтте. Был сарала, оҙаҡ йылдар пионервожатый булып эшләгән, ветеран-уҡытыусы Яҡшығолова Рәйфә Бикастан ҡыҙы һәм район буйынса "Беренселәр хәрәкәте"ойошмаһының кураторы Муллагильдина Гөлиә Әкрәм ҡыҙы ҡатнашты. Тантаналы линейка уҡыусылар ҡоролтайы "Бөрйән ырыуы" башлығының рапорты менән башланды. Рәсәй дәүләт флагын һәм Башҡортостан республикаһы дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы, VIII класс уҡыу алдынғылары Әфләтүнова Н. һәм Әфләтүнов Т. бирелде. Уҡыусылар гимнды бергәләп башҡарҙылар. "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһы тураһында Хажиәхмәтова И. һәм Шәйәхмәтова Р. ҡыҫҡаса һөйләп үттеләр, видео-презентация күрһәтелде.Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең бүлексәһе ул.
  Хәрәкәт балалар һәм йәштәр ялын ойоштороуға, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлек булдырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән. 
Уҡыусылар ант биргәндән һуң "Беренселәр хәрәкәте” гимны аҫтында уларға мәртәбәле ҡунаҡтар һәм мәктәбебеҙҙең уҡыу алдынғылары күкрәктәренә значок таҡтылар. 
Беҙ — хәрәкәттә! Бөтәһе лә — хәрәкәттә!
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары: Г.Н.Хажиәхмәтова