Ололар көнө!

Октябрь 1, 2023 Просмотров: 191
Ололарҙы ололау-яҡшылыҡтың билдәһе.
Көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Мәктәп
уҡыусылары Ололар көнө алдынан, ветеран-уҡытыусыларыбыҙҙы һәм ярҙамға йөрөгән ололарҙы байрам менән ҡотланылар.
 Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик  үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ, алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары: Г.Н. Хажиәхмәтова