20 октябрь - ашнаҡсылар көнө!

Октябрь 22, 2023 Просмотров: 736
20 октябрь- Ашнаҡсылар көнө.
Хөрмәтле ашнаҡсылар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар, матур көндәр теләйбеҙ! 
Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан  2004 йылда нигеҙ һалына.
Ашнаҡсы – иң тыныс, тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. 
Мәктәп ашханаһында, 8-се класс уҡыусылары үҙҙәрен ашнаҡсы һөнәрендә һынап ҡаранылар. Ашнаҡсы Исҡужина Зәлифә Ғилмитдин ҡыҙы ҡамыр баҫыу, ҡамырҙы йәйеү һәм бауырһаҡ бешереү серҙәренә өйрәтте. Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа ихлас эшләнеләр. Бауырһаҡ(май икмәк), тәмле булды!