ППМИ-2024

Февраль 15, 2024 Просмотров: 143
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа йәшәү шартын яҡшыртыу нигеҙендә төрлө маҡсаттағы программалар эшләп килә. 
Шуларҙың береһе – « Урындағы башланғастарҙы  яҡлау” программаһы. Ошо программала беҙҙең Ишмырҙа ауылы биләмәһе лә инде нисәнсе йыл уңышлы  ҡатнашып килә .Шуның һөҙөмтәһендә  ауылыбыҙҙа бик күп үҙгәрештәр  булды.   Ауылыбыҙға ДТ тракторы алынды. Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылып, әллә ҡайҙан күренеп балҡып ултыра. Мәктәбебеҙҙең өлөшләтә беренсе һәм икенсе ҡатында тәҙрәләр яңыртылды. Әммә тағы ла белем йортобоҙҙо матурайтыу өсөн эшләйһе эштәр  бик күп әле. Киләһе сиратта- мәктәп кабинеттарының ишектәрен алма штырыу тора. Ошо эште атҡарып сыҡһаҡ, мәктәбебеҙ тағы ла йәмләнеп, икенсе һулыш алыр ине. Шуның  өсөн   беҙ,  Ишмырҙ ауылы мәктәбе уҡытыусылары  менән хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһы коллективы, ата -әсәләр һәм ауыл халҡы был  программала ҡатнашырға ҙур теләк менән ынтылабыҙ.Әлеге ваҡытта аңлатыу эштәре алып барыла. Педагогик коллектив, инициатив төркөм, балалар һәм ата-әсәләр, ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыштар, төрлө саралар үтә.
Берҙәм көс менән барыһын да башҡарып сығырбыз, тип уйлайбыҙ.