"ППМИ-2024" күсмә кубок
Февраль 18, 2024
Просмотров: 79
Сәләмәт тормош алып барыу, йәш быуынға спортҡа һөйөү тәрбиәләү, спорт менән мауығыу сиктәрендә ауылдар араһындағы күсмә кубокка уҙғалылған ярыштар йыл да үтеп тора. Беҙҙең ауылда был аҙнала Матрай, Юлдыбай һәм Әбделкәрим йәштәр һәм ветерандар командалары командалары осрашып, көс һынашты. Ишмырҙа ауылы йәштәр кубогына һәм мәғариф ветераны Заһит Йәйләев исеменә ойошторолған турнир бик көсөргәнешле булды.