Воллейбол турниры үтте
Март 15, 2025
Просмотров: 396
15 март Ишмырҙа ауылында Махсус Хәрби Операцияла ҡатнашыусы егеттәргә арнап ауыл (йәштәр) кубогына һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф ветераны Йәйләев Заһит Зәки улы (ветерандар) күсмә кубогына район-ара волейбол турниры үтте. Ярышта Баймаҡ районынан Ишмырҙа (ветерандар һәм йәштәр командалары), Әбделкәрим (йәштәр командаһы) ауылдары һәм Баймак (йәштәр командаһы) ҡалаһы, Йылайыр районынан Юлдыбай (ветерандар командаһы) һәм Матрай (ветерандар һәм йәштәр командаһы) ауылдары ҡатнашты - бөтәһе 7 команда. Уйын бик көсөргәнешле, сәмле барҙы.
Һөҙөмтәләр:
йәштәр
1-се урын - Матрай ауылы
2-се урын - Әбделкәрим ауылы
3-се урын - Баймаҡ ҡалаһы;
ветерандар
1-се урын - Матрай ауылы
2-се урын - Ишмырҙа ауылы
3-се урын - Юлдыбай ауылы.
Ярыш араһында спортсылар шашка, өҫтәл теннисы уйнанылар.
Ярышты ойоштороусыларға һәм район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һөҙөмтәләр:
йәштәр
1-се урын - Матрай ауылы
2-се урын - Әбделкәрим ауылы
3-се урын - Баймаҡ ҡалаһы;
ветерандар
1-се урын - Матрай ауылы
2-се урын - Ишмырҙа ауылы
3-се урын - Юлдыбай ауылы.
Ярыш араһында спортсылар шашка, өҫтәл теннисы уйнанылар.
Ярышты ойоштороусыларға һәм район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.