Башҡорт теленән диктант - 2025

Апрель 27, 2025 Просмотров: 365
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2025

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

26 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2025» белем биреү акцияһы сиктәрендә Ишмырҙа төп дөйөм биреү мәктәбе  уҡыусылары башҡорт телендә иркен аралашыусылар төркөмөндә әүҙем ҡатнашты.

Диктант яҙыуҙың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.  Халыҡ-ара белем биреү акцияһының девизы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы. Туған телдә халыҡтың тормошо, тарихы һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Халҡыбыҙҙың бар рухи байлығын сағылдырған, телебеҙгә бөтмәҫ һөйөү тәрбиәләгән, изге маҡсатлы күркәм сарала һәр кем әүҙем ҡатнашты.