1 сентябрь - белем көнө!

Сентябрь 2, 2025 Просмотров: 742
Беҙҙең мәктәптә лә 1 сентябрь - Белем көнөнә арналған тантаналы линейка уҙҙы. Линейка Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын индереү, дәүләт гимндарын тыңлауҙан башланды. Быйыл мәктәбебеҙгә ете уҡыусы беренсе класҡа уҡырға килде. Улар үҙҙәренең дәртле йырҙары, бейеүҙәре, шиғырҙары менән  байрамды биҙәнеләр. Сығарылыш  туғыҙынсылар класы уҡыусылары беренселәрҙе тәбрикләп үҙ теләктәрен әйттеләр. Мәктәп директоры Рәмил Йәноҙаҡ улы барыһын да байрам менән ҡотлап уңыштар теләне. Ауыл хакимиәте башлығы Ләйсән  Фәрит  ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып бүләктәр ҙә тапшырҙы.
  Тантаналы линейканан һуң, уҡыусылар тәүге класс  сәғәттәренә таралышты.