«Әсәйҙәр тормош биҙәге!»
Ноябрь 30, 2017
Просмотров: 134
Ҡунаҡтар йыйылғанға тиклем, мәктәп тормошо менән таныштырып үтелде (видео-ролик). Артабан кисәне уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы дауам итте. Байрамда балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә сығыш яһанылар. Уҡыусылар йырлап, бейеп, шиғыр һөйләп берҙән-бер әсәйҙәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр. Шулай уҡ өлкән класс уҡыусылары тарафынан ойошторолған «Йүкәләр” командаһының (КВН) сығышы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.
Әсәләр көнөнә арналған байрам кисәһенән барыһы ла күтәренке кәйеф менән таралыштылар.