«Балаларга автокресло!»

Декабрь 12, 2017 Просмотров: 88

Һуңғы ваҡытта, руль артында ултырыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүҙәре арҡаһында, бер ғәйепһеҙ балалар һәләк була. 2017 йылда республика юлдарында 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 447 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән. Унда 13 бала һәләк булған, 466 бала тән йәрәхәттәре алған.

«Балаларга автокресло!» тип аталды беҙҙең балалар баҡсаһы янында  үткәрелгән акция. Сара кескәй пассажирҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ҡорамалдарҙы ҡулланыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелде. Тағы ла, акция юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы алдан иҫкәртеү сараһы ла булып тор6о. Был көндө уҡыусылар руль артында ултырыусыларға үҙҙәре алдан әҙерләп ҡуйған хаттарын тапшырҙы. Улар хат аша юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырып мөрәжәғәт итте.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, «12 йәшкә тиклемге баланы йөрөткәндә автотранспорт сараһы баланың ауырлығына, буйына тап килгән махсус яйланмалар ҡулланып, хәүефһеҙлек ҡайыштары йә иһә транспорт сараһы конструкцияһында ҡаралған башҡа хәүефһеҙлек саралары менән йыһазландырылған булырға тейеш».

                  Эйе, автомобилдең хәүефһеҙлек системалары пассажир балаларҙы һаҡлауға иҫәпләнмәгән. Шуға уларҙы ултыртҡанда автокреслоны мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Ҡайыш пассажирҙың тәғәйен буйына һәм ауырлығына иҫәпләнгән. Баланы автомобилдә йөрөтөүҙең иң хәүефһеҙ ысулы – уның буйына һәм ауырлығына тап килгән автокресло ҡулланыу. Дөрөҫ урынлаштырылған автокресло баланы бәрелешкәндә йә иһә башҡа киҫкен маневр яһағанда йығылыуҙан һаҡлаясаҡ.

              Ләкин акция барышында 5 автомобиль йөрөтөүсенең тик береһендә генә автокресло бар ине. Ни өсөн балалар хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡорамалдарҙы ҡулланмайһығыҙ?» тигән һорауына ата-әсәләр автокреслоның салонда күп урын алыуына, йә уның бөтөнләй өйҙә онотолоп ҡалыуына һылтанды. Был аңлатыуҙар, әлбиттә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙы бер нисек тә аҡламай: балалар хәүефһеҙлеген хәстәрләү бик мөһим икәнен ата-әсәләргә онотмау кәрәктер, моғайын.

Монасипова Ләйсән Мирсәит ҡыҙы