Ата-әсәләр йыйылышы

Декабрь 18, 2017 Просмотров: 289

Көн тәртибендә беренсе булып, Ләйсән Мирсаит ҡыҙы юл йөрөү буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Уҡыусылар Советы менән “Балаңды ҡайышҡа ҡуй!”, “Автокреслоға ултырт” кеүек акциялар үткәрелде. Икенсе булып уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Вәлимә Минтимер ҡыҙы сығыш яһаны. Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары, район кимәлендә уткәрелеп торған конкурс, ярыштарҙа йыш ҡатнашыуҙары тураһында хәбәр итте. Артабан тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Гөлгинә Миргале ҡыҙы үҙенең сығышын “Балаң китап уҡыймы?” тигән доклад менән башлап китте. Балаларҙың, башҡорт телендә баҫылып сыҡҡан гәзит-журналдар уҡыһа, уларҙың аң кимәленең үҫешенә, телмәренә ыңғай йоғонто яһаясағын ата-әсәләргә еткерҙе. Шулай уҡ “Яңы йыл байрамы”нда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, комендант сәғәтенең ҡышҡы каникул ваҡытында әүҙем эшләүен белгертте һәм ата-әсәләрҙән ҡултамғалар алынды. Мәктәп директоры Иҙел Мөхтәр улы Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы буйынса әңгәмә үткәрҙе. Мәктәпте төҙөкләндереү буйынса башҡарылған һәм планда булған эштәр тураһында сығыш яһаны.