“Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары. . .”
Декабрь 18, 2017
Просмотров: 99
Кисә 7 класс уҡыусыһы Әфләтүнова Нурзиләнең “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын ятлауҙан башланды. Уҡыусылар “Кем ул Аҡмулла?” тигән һорауға яуап бирҙеләр. Артабан Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улының тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Шулай уҡ мәғрифәтсенең ни өсөн “Аҡмулла” псевдонимы менән йөрөүе тураһында мәғлүмәт бирелде. Сәсән ижад иткән әҫәрҙәр менән таныштырылды, һәм уның исемен мәңгелләштереү өсөн республикабыҙҙа ниҙәр эшләнеүеле хаҡында еткерелде.
Кисәнең аҙағында Аҡмулланың нәсихәттәрен тыңлатылды. Әҙәби сара “Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” йырын йырлау менән тамамланды.