Темәс ауылының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт
Декабрь 26, 2017
Просмотров: 236
4 залда урынлашҡан экспозиция археология һәм этнография, Темәс ауылы тарихы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Ю.Ю. Бикбов, Ә. Вәлидов, А.Н. Йәғәфйәров, Ҡулаевҡа арналған бүлектәр менән танышты. Тағы ла “Батырша етәкселегендәге ихтилал» диорамаһын күрҙе.
Ә сәйәхәт аҙағында уҡыусылар Ҡуянтау ауылына туҡтап, аттар күҙәтте. Улар атты рафинад, кишер менән һыйланы. Аттарҙан башҡа пони, ҡолонсаҡтарҙы һәм тоҡомло эттәрҙе лә күҙәтте. Улар шундай матур, һөйкөмлө инеләр. Сәйәхәт барыһына ла оҡшаны.