"Йондоҙҙар парады”
Быйылғы уҡыу йылын 2 уҡыусы тик «5” һәм 18-е “4” һәм “5” билдәләренә тамамланы. Уларҙы ветеран уҡытыусы Рәйфә Бикәстан ҡыҙы билдәләп үтте. Мәктәптә үткәрелгән предмет олимпиадаларының еңеүселәрен Зөбәйлә Сөләймән ҡыҙы тәбрикләне. Район буйынса үткәрелгән "Фәнни- эҙләнеү” эшендә лә уҡыусылар үҙ көстәрен татып ҡаранылар, уларҙы Гөлгенә Ибраһим ҡыҙы ҡотланы. «КРИТ» конкурсында «Анимация» номинацияһында етенсе класс уҡыусыһы Ишмырҙин Айгиз Республика кимәлендә призер булды. Афарин!! Шулай уҡ район кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙарын, приз һәм премиялар алып ҡыуандылар..
Шулай уҡ район кимәлендә үткәрелгән төрлө фоторәсемдәр, һүрәттәр конкурстарында ҡатнашыусыларҙы байрамда тәбрикләнеләр. Мәктәптә бейеү түңәрәге лә үҙ эшен дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы уҡыусыларыбыҙ, үҙҙәренең һәләттәрен төрлө конкурстарҙа һынап, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыралар. “Еҙ үксә” конкурсында ҡатнашҡан бейеүсе егеттәребеҙҙе ҡотларға ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең солисы - Тотманов Рәдис Нурислам улы килгәйне.
Ишмырҙа төп дөйөм белем биреү мәктәбенең район кимәлендә үткәрелгән спорт ярыштарында беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ситтә тороп ҡалмай. Ғәилә йылына арналған “Атай, әсәй һәм мин” ярышында әүҙем ҡатнашҡан Ҡашкаровтар, Нурғәлиндәр һәм Хәжиәхмәтовтар командалары ла буш ҡайтманы.
Бағымсыларыбыҙ, КФХ – Рәсүлев Радик Ғайнислам улына, “Зинира” магазинына һәм шулай уҡ “ЙЫЛ АТА-ӘСӘ - 2018” номинацияһында еңеүселәр: Зөлҡәрнәева Айгөл Азат ҡыҙы, Хәсәнова Эльвира Йәмил ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
“ЙЫЛ УҠЫУСЫҺЫ – 2018” (ҡыҙ) – Рәсүлева Айзилә (4 класс уҡыусыһы)
“ЙЫЛ УҠЫУСЫҺЫ – 2018” (малай) – Ишмырҙин Айгиз (7 класс уҡыусыһы) итеп һайланды.
Эйе, уҡыусыларҙың уңыштарының төп нигеҙе – уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте. Уҡытыусы белем тауына етәкләп мендереүсе, йондоҙҙарға илтер юлдар ярып, йондоҙ итеп ҡабындырыусы ул. Әгәр ҙә йондоҙҙар яна икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк, бик мөһим. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар ҡулында, хеҙмәтендә. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, уҡыусыларҙы күренмәгән бейеклектәге йондоҙҙарға тиклем күтәрергә әҙер.
“ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ – 2018” номинацияһында еңеүсе математика һәм информатика уҡытыусыһы - Әхмәтова Фәнүзә Фәнис ҡыҙы тәбриҡләнде.
“ЙЫЛ КЛАСЫ – 2018” итеп 3-сө класс уҡыусылары һайланды.
Бүләкләү танатанаһы сағыу, дәртле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.