Лагерь 1-се көн

Июнь 4, 2018 Просмотров: 158

Йәйләүҙең эш көнө иртәнге физик күнекмәнән башланды. Иртәнге аштан һуң тантаналы сара үтте, йәйләү етәксеһе Хәжиәхмәтова Гөлфиә Нотфулла ҡыҙы йәйге ял һәм һауыҡтырыу йәйләүе сменаһын асып, балаларға күңелле һәм файҙалы ял теләне.

Йәйләүҙе асыу тантанаһы Балаларҙы яҡлау көнө менән тап килгәс, артабанғы тәрбиәүи саралар ошо байрамға арналды: балаларҙың хоҡуҡтары хаҡында әңгәмә булды, күңелле старттар бик сәмле барҙы, ритайым бейеп күңел астылар, тәмле приздар таратылды. Күңелле старттарҙа Тамъян ырыуына етеүсе булманы, ритайымда Маликов Илһам, Сыңғыҙов Алмаз, Рәхимов Хәсән әүҙем ҡатнаштылар.

Йәйге ял һауыҡтырыу йәйләүенең беренсе көнө һәр ырыуҙың ТЫНЫСЛЫҠ темаһына арналған һүрәтте асфальтҡа төшөрөү менән тамамланды.