лагерь 4-се көн

Июнь 6, 2018 Просмотров: 43

Кеше булған ерҙә тормош бар, тормош буулған ерҙә һөйөү бар, һөйөү булған ерҙә матурлыҡ бар. Антон Павлович Чехов әйтеүенсә: “Кеше һәр яҡлап матур булырға тейеш,”-тигән. Эйе, гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡтырта, рухи һәм әхлаҡи яҡтан сафландыра. Беҙ сәскәләргә, ҡоштар һайрауына, кейгән кейемебеҙгә һоҡланабыҙ. Кешенең тышҡы ҡиәфәтенән, өҫ башынан, кешеләр менән һөйләшкәндә лә матурлығы күренә. Тышҡы ҡиәфәте, өҫ башы матур булғандың да күңеле лә пак, йөрәге лә кешелекле, үҙе лә игелекле була.

Бөгөн “Матурлыҡ” көнө. Уҡыусылар менән матурлыҡтың әһәмиәте хаҡында һөйләшелде, тәрбиәселәр матур итеп гөл үҫтереү серҙәре менән бүлеште. Сапарова Алтынай, Тотманова Әдилә, Кинйәбаева Илзидә ҡыҙҙар өсөн  матурлыҡ салонын да асып ебәрҙеләр. Бөрйән ырыуының үҙенсәлекле итеп матурлыҡты күрһәтеүҙәре һоҡландырҙы. Тамъян ырыуының егеттәре  “Мин – башҡорт балаһы” – тип йырлауҙары, барыһының да күңеленә хуш килде. Аҙаҡтан һәр бала мода күрһәтеп, көндәрен матур башҡорт бейеүҙәре менән дауам итте.

Шулай итеп беренсе урын Бөрйән ырыуына, икенсе -  Үҫәргән ырыуы, өсөнсө урын Тамъяндарға бирелде.

Төшкө аштан һуң балалар төрлө уйындар уйнап, таралыштылар.