лагерь 5-се көн

Июнь 6, 2018 Просмотров: 39

“Таҡмаҡтар ” көнө лә бик күңелле үтте.  Көнөбөҙҙөң иң күңелле ваҡиғаһы “Олотауға” сәйәхәт булды. Ҡырҙа шундай рәхәт, күңелле! Тәбиғәт ҡосағында ял итеп, хәрәкәтле уйындар уйнап ҡайттыҡ.

Балалар үҙҙәре таҡмаҡ ижад иткән, эҙләнеү эше лә алып барған. Һөҙөмтәлә бер – береңә таҡмаҡ әйтешеү йәнле һәм сәмле барҙы. Тамъяндар оригиналь номер күрһәтте. Уларҙың таҡмаҡтары бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Сыңғыҙова Ләйсән, Тотманова Әдилә, Сапарова Алтынай, Кинйәбаева Илзидә, Байбулатов Динислам, Әфләтүнова Нургизә иң күп таҡмаҡ әйтеүселәр, ә тамъяндар оригиналь номер  күрһәтте. Уларҙың таҡмаҡтары бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Күңелле сара коллектив бейеү менән тамамланды.