лагерь 10-сы көн

Июнь 11, 2018 Просмотров: 43

Бөгөн йәйләүҙә МӘҠӘЛДӘР көнө.

Иртәнге гимнастика һәм аштан һуң балалар линейкага теҙелде. Мәҡәлдәр көнөнә әҙер булыуҙарын белгерттеләр. Әйтемдәрҙең килеп сығыу тарихы менән таныштылар. Һәр ырыу 7-шәр мәҡәл әйттеләр ҡаршы ырыуға һәм нимә тураһында икәнен аңлатып үттеләр.

Көндөң иң балаларға оҡшағаны “ЮҒАЛТТЫМ МӘҠӘЛЕМДЕ” уйыны булды. Мәҡәл-әйтемдәр мәктәптең төрлө еренә йәшерелде. Ырыуҙарға эш: йәшерелгән мәҡәлдәрҙе эҙләп табыу. Ниндәй ырыу беренсе булып таба шул еңеүсе булды.

Шулай итеп еңеүселәр:

I урын – Тамъян ырыуы

II урын – Бөрйән ырыуы

III урын – Үҫәргән ырыуы

Төшкө аштан һуң төрлө халыҡ уйындары уйнаныҡ. Балалар күтәренке кәйеф менән таралыштылар.