Лагерь 11-се көн

Июнь 11, 2018 Просмотров: 77

Иртәнге гимнастика һәм аштан һуң балалар линейкага теҙелде. Хәр ырыү үҙенең һылыуҡайын билдәләне. Улар башҡа ырыуҙар менән  ярыш уҙғарҙылар. Шиғыр һөйләү, бейеү, йомаҡ, мәҡәлдәр һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Жюри ағзалары уларҙы баһаланы. Еңеүселәр булып Игибаева Азалия,Хажиахметова Ильгина,Сынгизова Камила  һәм Нургалина Ильсия  булды. Уларҙы маҡтау грамоталары менан бүләкләнеләр. 

 Көндөң икенсе өлөшөндә хәрәкәтле  уйындар уҙғарылды. Балалар бигерәк тә "Флаг" алыш уйынын яратып уйнанылар. "Сырмалсык"  уйыны ла бик оҡшаны.