Лагерь 13-сө көн
13 июнь Башҡортостан ьарихы көнөнә арналып үтте.
Башҡортостан картаһы буйла сәйәхәт ойошторолдо.Уҡыүсылар иңбейек тауҙарҙы,йылғаларҙы,күлдәрҙе билдәләнеләр. Райондар,ҡалаларҙы күрһәттеләр.Элекке башҡорт халҡыныү шөғөлдәре,кәсептәре буйынса мәғлүмәт бирелде.
Шулай уҡ 13-се быуатта монгол татар иҙеүе аҫтына эләгеүе 1557 йылда Рус дәүләтенә ҡушылыүҙары,1574 йылда Өфө крепосының тҡҙөлөүе хаҡында һ.б тураһында мәғлүмәт алдылар.
Һәр ырыү Башҡортостан тураһында шиғыр һөйләне,йыр йырланы, кумәкләп башҡортса флешмоб бейенеләр.Мәктәп музейына экскурсияға барҙылар.
Көндөң икенсе яртыһвнда ырыуҙар саф һауала торло уйындар уйнанылар. "Башҡортостанды беләһеңме?" тип аталған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Башҡортостан көнөнә арналған сарала:
I урын -Үҫәргән ырыуы
II урын— Тамьян ырыуы
III урын— Бөрьйән ырыуы