Лагерь 14-се (15-се) көн
Июнь 14, 2018
Просмотров: 51
Бөгөн, 14.06., «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт» көнө. Сара уҡыусыларҙың бер –береһенә йылмайыуҙан башланды. Сәскә тажындағы намыҫ, аҡыл, әҙәп,күңел,сабыр һымаҡ сифаттарҙың береһен юғалтҡанда кешене тәртипле тип әйтеп булмаyына төшөндөләр.
Дуҫлыҡ тураһында әкиәттәр һөйләү,мәҡәлдәр әйтеш булды.Шулай уҡ дуҫлыҡ тураһында уйындар үткәрелде,йырҙар,бейеүҙәр башҡарылды. Һәр ырыу бер –береһенә теләктәр ағасы эшләне.
Көндөң икенсе өлөшө “Мөхәббәткә” арналды. Тыуған ил , ата-әсәйҙәргә, музыкаға һ.б төрлө мөхәббәт тураһында әңгәмәләштеләр. Һәр ырыy мөхәббәт хаттары яҙҙы һәм концерт номерҙары күрһәтте.