белем көнө

Сентябрь 5, 2018 Просмотров: 90

Мәктәптә 1 сентябрь – Белем көнө бик матур үтте. Быйылғы уҡыу йылында 8 уҡыусы мәктәпкә тәүге тапҡыр аяҡ баҫты. Беренселәрҙең матур сығышынан һуң, уларҙы мәктәп директоры Монасипов Иҙел Мөхтәр улы ҡотлап, матур теләктәрен әйтеп үтте. Шулай уҡ ҡотлауҙарға Ишмырҙа ауылы биләмәһе башлығы Исҡужин Рөстәм Миҙхәт улы һәм Баймаҡ районы администрацияһы вәкиле Рәхимғолов Ринат Венер улы ҡушылды. Тәбрик һүҙҙәренән һуң беренсе кластарға бүләктәр тапшырылып үтелде; мәктәбебеҙҙең  бағымсыһы Рәсүлев Радик Ғәйнислам улы аҡсалата ярҙам менән ҡыуандырҙы. Тантаналы байрамға уҡыусыларҙың шиғырҙары, моңло йырҙары тағы ла йәм өҫтәне.Белем көнө  күмәк бейеү  –  флешмоб менән тамамланды.