Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау көнө үтте.
Бөгөн Ишмырҙа ауылында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау көнө үтте.
Ауыл мәҙәниәт йортонда яҙыусы Гөлфиә Юнысованың ижадына арналған әҙәби-музыкаль композиция күрһәтелде. Һайлау пунктында уҡыусылар, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы менән берлектә йәрминкә ойошторолдо, буфет эшләне. Уҡыусылар, урындағы ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан концерт программаһы күрһәтелде.
Ауыл мәктәбендә “Асыҡ ишектәр көнө” сараһы ойошторолдо. Ата-әсәләр йыйылышы, спорт ярыштары: күңелле старттар, шашки, волейбол, теннис, иң мәргән уҡсы бәйгеһе барыһының да күңеленә хуш килде. Иң ҡыуаныслы ваҡиға булып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алтынсы саҡырылыш депутаты кандидаты – Р.Б. Аблаевтың килеп, уҡыусылар һәм ауыл халҡы менән осрашып китеүе булды. Сара уҡыусыларҙың, йәштәрҙең флешмобы менән тамамланды.