Республика көнө

Октябрь 15, 2018 Просмотров: 68

8 октябрҙән 13 октябргә тиклем, Ишмырҙа ауылы мәктәбендә,

Республикабыҙҙың тыуған көнөнә ҡарата арналған саралар үтте.

«Башҡортостан – тыуған илем!»  темаһына инша яҙыу конкурсы булды.

Уҡыусылар тыуған иленә һөйөүен, әсә телен ҡәҙерләүҙәрен һәм ғәзиз еренә ғашиҡ булып йәшәүҙәрен иншаларында сығылдырҙылар.

«Республикам – алтын бишегем!» тигән темаға плакаттар конкурсы булды.

Башланғыс класс уҡыусылары әүҙем ҡатнаштылар. Һүрәттәрендә Башҡортостан республикаһының флагы, гербы һәм тәбиғәте төшөрөлдө.

«Иле барҙың – теле бар» шиғыр ятлау конкурсы булды. Мәктәп эсендә үткән ярышта еңеүселәр район үҙәгенә ебәреләсәктәр.

“Сәскә ат, тыуған илем!» исемле тематик линейка үтте.  “Башҡортостан Републикаһының тыуған көнө” нә ҡарата класс сәғәттәре үтте.

10 октябрь көнө ауылыбыҙҙың үҙәк майҙанында уткән йәрминкәлә, мәктәп уҡыусылары ҙур теләк белдереп әүҙем ҡатнаштылар. Мауыҡтырғыс спорт ярыштары, халыҡ тарафынан үткәрелгән байрам концерты йәше - ҡартының күңеленә хуш килде.