КӨҘГӨ БАЛ – 2018

Ноябрь 7, 2018 Просмотров: 100

26 октябрь Ишмырҙа ауылы мәктәбендә « КӨҘГӨ БАЛ – 2018” байрамы  үтте.  Үткәрелгән сарала беренсенән алып  туғыҙынсы класс уҡыусылары ҡатнашты.

             Беренсе класс уҡыусыларының байрамы айырым үткәрелде. Бәләкәйҙәрҙең сығышы шиғыр, йыр, бейеү менән һуғарылды. Көҙһылыу персонажы ҡунаҡҡа килде: балаларға йомаҡ ҡойоп, төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Балалар ҡәнәғәт ҡалдылар.

             2-9 класс араһында сара ярыш формаһында үтте. Уҡыусыларға өйгә эш итеп түбәндәгеләр бирелде:

  • Мода
  • Көҙһылыу менән Көҙбатыр
  • Уңыш – 2017
  • Көҙгө фантазия

Барыһы ла әүҙем ҡатнаштылар. Әммә, ярыш булғас еңеүсе, еңелеүселәр булды  һәм урындар билдәләнде.

“КӨҘҺЫЛЫУ менән КӨҘБАТЫР  - 2018” булып  һигеҙенсе кластан Ишмырҙин Айгиз менән Шәйәхмәтова Ынйыгөл һаналды.

I урын – 4 класс;

II урын – 6-7 класс;

III урын – 3 класс.

Шулай уҡ күп кенә номинациялар тапшырылды.

Үткәрелгән сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.