Күңелле һәм файҙалы үтте көҙгө каникул!!!
Ноябрь 7, 2018
Просмотров: 145
Көҙгө каникулдар башланыу менән уҡыусылар дәррәү йыйылып Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары буйлап сәйәхәт ҡылдылар. 8-9 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһына барып парк буйлап йөрөнөләр. Тарих – крайҙы өйрәнеү музейы мәнән таныштылар һәм кинотеатрға инеп йәнһүрәт ҡарап ҡайттылар.
Район үҙәгенә барыу менән тәү сиратта “Һаҡмар” гәзите редакцияһы һәм Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды. Уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары ҙур ихласлыҡ менән тыңланылар. Артабан хайуандар донъяһына сәфәр ҡылдылар. Түҙемһеҙлек менән көтөп алған каникул уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде.