Ҡуянтау һәм Темәс ауылдарында экскурсияла
14 декабрь мәктәп уҡыусылары синыф етәксеһе И.А. Ильясов менән һәм З.Р. Кузяшева менән экскурсияға барып ҡайттылар. Ҡуянтау ауылындағы фермала уҡыусыларға һәм етәкселәргә хужалар йылҡы менән таныштырыу үткәрҙеләр. Аттарҙың төрлө пародаһы менән таныштырып үттеләр һәм төрлө ҙур илдәргә барып сабыш ярыштарында еңеп ҡайтҡандарын һөйләнеләр. һуңынан инде уҡыусылар үҙҙәре һыбайҙа йөрөнөләр, шулай уҡ саналы-һыбайҙа йөрөнөләр. Һуңынан инде беҙҙең юлыбыҙ булды Темәс ауылына. З. Вәлидинең иң күренекле музейында уҡыусыларҙы гид етәксеһе таныштырып үтте. Уҡыусыларға Башҡортостаныбыҙҙың бик бай тарихи мәғлүмәттәрен һөйләп үттеләр һәм бик күп яңылыҡтар ишеттеләр. Артабан инде ҡайтышлай беҙ уҡыусылар менән Баймаҡ ҡалаһында бассейн үҙәген күреп, ял итеп ҡайттыҡ. Балалар һәм етәкселәр был экскурсияла бик ҙур тәҫораттар алдылар һәм бик файҙалы ял иттеләр. 5 синыф етәксеһе: И.А. Ильясов.