Башҡорт теле көнө!
Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт теленә арналған саралар “Мәңге йәшә, башҡорт теле теле” тигән тантаналы линейка менән башланып китеп, 5-9 класс араһында викторина үтте, 1-4 кластар уҡыусылары менән һүрәт төшөрөү менән дауам итте. Тәнәфестәрҙә башланғыс класс уҡыусылары башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар. «Эй илһамлы, башҡорт теле» исемле байрам кисәһе уҙғарылды. Унда 5-9-сы класс уҡыусылары күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр, тел тураһында йырҙар яңғыраны. Сараға хаҡлы ялда булған уҡытыусыларыбыҙҙың килеүе байрамға йәм өҫтәне. Шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар. Ағинәйҙәр менән бер рәттә “Исем ҡүшыу” йолаһы күрһәтелде. Байрам Флешмоб менән тамамланды.
Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты - башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.