Ғаилә йылына йомғаҡ яһалды

Январь 28, 2019 Просмотров: 235

Ғаилә милләтебеҙҙең генә түгел, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең дә ныҡлы терәге, таянысы, бөтөн бер йәмғиәттең лайыҡлы өлөшөлөр ул. Республикабыҙҙа ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү, өсөн төрлө саралар үткәрелеп тора. Был йәһәттән беҙҙең мәктәптә лә бихисап эштәр, төрлө саралар үткәрелеп торҙо. 2018 йылдың декабрь аҙағында Ғаилә йылына йомғаҡ яһалып, иң-иңдәр рәтендә торған өлгөлө һәм күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләү сараһы үтте.

19 ғинуар Ишмырҙа ауылы мәктәбендә Ғаилә йылын ябыу һәм бер юлы Театр йылын, Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыллығын асыу тантанаһы булды. Был сарала спорт һөйөүселәрҙең дә ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәне, сөнки тап ошо көндө күрше ауылдарҙан һәм райондан волейбол ярышында ҡатнашыусы ир-егет командалары көс һынашты.