Тантаналы йыйын булып үтте
1919 йылдың 20 мартында Башҡорт Хөкүмәте менән большевиктар араһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Документ өс көн үткәс "Известия" гәзитендә баҫылып сыға. Тап 23 март БАССР-ҙың, йәғни, Башҡорт автономиялы Совет социалистик республикаһының тыуған көнө тип билдәләнә. Бер быуат элек теркәлгән ваҡиға тотош илдең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләй. Башҡортостан миҫалында башҡа милли республикалар барлыҡҡа килә һәм федерализм үҫешенә нигеҙ һалына.
Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына йөҙ йыллыҡ көнөнә арналып Ишмырҙа ауылы мәктәбендә тантаналы йыйын үтте. Һәр ырыу (Бөрйән, Тамъян, Үҫәргән) башлығы рапорт биреп йыйын тантаналы рәүештә асылды. Мәктәп директоры Монасипов И.М. ихлас күңелдән байрам менән ҡотланы. Ильясов И.Ә. тарих биттәренә күҙ һалып үтте, БР-ының ҡасан, ҡайҙа һәм ни рәүешле барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләп үтте. Уҡыусылар ҡоролтайы ағзаларының сығышы йыйынға йәм өҫтәне. Рәсәй составында иң беренсе үҙ аллы республика, ул ваҡытта башҡорт автономиялы социалистик республика булып иғлан ителеүенә 100 йыл тулыуы билдәләнде.
Башҡорт халҡы Тел, Ер, Дин һәм Азатлыҡ тиеп милли – азатлыҡ хәрәкәте идеологы һәм юлбашсыһы Зәки Вәлиди етәкселегендә көрәш юлына баҫа. Күп ҡан ҡойола, әллә күпме арҙаҡлы башҡорттар йәндәрен фиҙа ҡыла, ҡорбан булалар, ҡайһылары тыуған илдән ваз кисергә мәжбүр була. Әммә Башҡорт автономияһы ҡанунлаштырыла, хатта милли ғәскәр ойошторола. Шәриф Манатов башҡорт хөкүмәтенең етәксеһе, Зәки Вәлиди хәрби комиссар, Башревком рәйесе, Шәйехзада. Халҡым быуаттар төпкөлөндә ырыу – ырыу булып, аҙаҡ Рәсәйғә ҡушылғас, олоҫтарға, өйәҙҙәргә бүленеп йәшәһә, 1917 – 1919 йылғы ваҡиғаларҙан һуң, бына 100 йыл инде - теүәл бер быуат илем Рәсәй составында Башҡортостан Республикаһы булып ғорур яңғырай.
Йыл һайын 1990 йылдан алып 11 октябрҙә республикабыҙҙың көнөн билдәләйбеҙ. Шул көндән алып еребеҙгә, тәбиғәт байлыҡтарына үҙаллылыҡ алдыҡ.
Башҡортостан республикаһының үҙ гербы, үҙ гимны, байрағы бар. Республикабыҙ байтаҡ уңыштарға өлгәште. Беҙҙә именлек, милләт - ара татыулыҡ һаҡлана. Башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән дәүләт теле тип иғлан ителде. Былар бөтәһе лә Башҡортостан суверенитетының изге емеше.