Ата-әсәләр йыйылышы

Март 27, 2019 Просмотров: 121

 23 март Ишмырҙа ауылы мәктәбендә  ата-әсәләр йыйылышы булып үтте.  5 көнлөк уҡыуға күсеү, уҡыу планына үҙгәреш индереү хаҡында уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Монасипова Л.М. ҡыҙы сығыш яһаны һәм ата-әсәләрҙән анкета һорауҙарына яуаптар (яҙма рәүештә) алынды. Хажиәхмәтова Г.Н. янғын һәм уны булдырмау саралары хаҡында иҫкәртеп үтте. Яҙғы каникул ваҡытында балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хаҡында тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Үҙәкина Г.М. сығыш яһаны. Директор Монасипов И.М.  мәктәптә һәм илебеҙҙә булып үткән  һуңғы ваҡиғалар хаҡында, 9 класс уҡыусыларына буласаҡ ОГЭ тураһында мөһим мәсьәләләр ҡаралыуы хаҡында бәйән итте.