Ауыл урамдары буйлап "Үлемһеҙ полк" атланы

Май 10, 2019 Просмотров: 52

Бөйөк Еңеү көнөндә Ишмырҙа ауылында  "Үлемһеҙ полк" менән урамдарҙан үттек! Акцияны күтәреп алыусыларға, бигерәк тә  мәктәп уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. 
Һуғышта ҡатнашҡан яҡындарының фотоларын тотоп ауыл урамдары буйлап үтеү уҡыусылар өсөн дә, ололар өсөн дә ҙур ғорурлыҡ булды! 

Аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелиск янында митинг һәм ауыл һәүәҫкәрҙәренең һәм мәктәп уҡыусылары башҡарыуында концерт булды. Байрам митингыһы ауылыбыҙҙың имам хатибы һуғыш ҡорбандары  рухына бағышлап аят уҡыны. Һалдат бутҡаһы бешерелеп ауыл халҡына ашатылды,  сәй табыны доға ҡылыу менән тамамланды. Байрам һәр кем күңеленә хуш килде. Бер кем дә онотолмаған һәм бер кем дә онотолмаҫ!