“Иғтибар-балалар!” акцияһы
Республикала балаларға бәйле профилактик операцияһы айлығы бара. 1 июнь – балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә, Магнитогорск-Ира юл трассаһында тимер атта йөрөргә яратыусыларға иҫкәрмәләр (“Мине яратһаң – ҡайышҡа эләктер”, “ Иң мөһиме – бала” һ.б) тараттылар.
Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, уның төп маҡсаты - өлкәндәр һәм балалар хәтерендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нығытыу. Балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙа йыш ҡына өлкәндәр ғәйепле. Уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында (ҡайыш эләктермәү сәбәпле ) ҡыҙғанысҡа ҡаршы бәлиғ булмағандарҙың ғүмерҙәре өҙөлә. ЮХХДИ инспекторҙары шулай уҡ “Ҡояшҡай” йәйләүендә тәрбиәләнеүселәр менән осрашып әңгәмә үткәрҙеләр. Юл йөрөү ҡағиҙәләре хаҡында бәйән иттеләр.
Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Баймаҡ районының ЮХХДИ инспекторҙарына оло рәхмәтен еткерә. Эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, ҡоростай һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Юлдағылар имен булһын!