Йәйге каникул күңелле үтһен!!!

Июнь 11, 2019 Просмотров: 236

Йәй - иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Уҡыуҙан арынып, һәр беребеҙ йәйге каникулды түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Йылы көндәрҙә туйғансы һыу инеп, ҡыҙынып, сәйәхәт итеп ҡалырға тырышабыҙ, олатай-өләсәйҙәргә ҡунаҡҡа барабыҙ, еләк-емешен дә йыябыҙ, баҡсала ла ярҙамлашабыҙ, бесән дә эшләшәбеҙ. Беҙҙең дә йәйге каникул күңелле генә башланып китте. Ял итерегә ситтән урын эҙләп тороу һис тә кәрәкмәй, үҙебеҙҙең яҡтың да тәбиғәте матур, ял итергә урындар бар. Ишмырҙа ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан Сәйғәфәр ауылына велосипедтарға атланып 6,7,8,9 класс уҡыусылары менән Һаҡмар йылғаһы буйына барҙыҡ. Беҙҙең походты география уҡытыусыһы - Сәлихов Рәмил Йәноҙаҡ улы етәкләне. Барғанда, әлбиттә арытты, сөнки ундай оҙон юлға беренсе тапҡыр сығыуым ине. Ләкин, тиҙерәк ауылға барып етеп Һаҡмар йылғаһында һыу инеү теләге тимер атымды нығыраҡ елдерҙе. Барып еткәс, үҙебеҙгә уңайлы урын табып табын йәйеп, бергәләп тәмле урман сәйен эстек. Урманда шул тиклем күңелле. Тәбиғәте иҫ киткес матур, төрлө-төрлө сәскәләр хуш еҫтәрен сәсеп ултыралар, ҡоштар һайрашалар. Бергәләп һыу индек һәм фотоға төштөк. Ә Рәмил Йәноҙаҡ улының беҙгә ҡыҙҙырған шашлығы телеңде йоторлоҡ ине. Көн дә эҫе ине, һыу инеп, ҡыҙынып, шаярышып – көлөшөп кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Көн ауышҡас тыуған ауылыбыҙға ҡарай ҡайтырға сыҡтыҡ. Был поход бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Беҙгә шундай матур ял ойошторған Рәмил Йәноҙаҡ улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дуҫтар, йәйге каникулдарығыҙҙы күңелле, файҙалы, иҫтәлекле үткәрегеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ.



Уҡыусылар ҡоролтайы ағзаһы Килсенбаева Г.