Лагерҙың 11-се көнөндә

Июнь 12, 2019 Просмотров: 70

11 июнь – Гүзәллек көнө.

Көнөбөҙҙөң тәүге өлөшө ғәҙәттәгесә сәләмләү һәм иртәнге күнекмәләрҙән башланды. Иртәнге аштан һуң тышта саф һауала төрлө уйындар уйнаныҡ. Бик күңелле булды.

Артабан беҙҙең менән осрашыуға,  йәйләүгә,  ағинәйҙәр: Гөлгөнә Ибраһим ҡыҙы, Садиҡа  Баймырҙа ҡыҙы, Райхана  Нуретдин ҡыҙы, Сибәрбикә  Вәлиәхмәт ҡыҙы, Рәмзиә Сибәғәт ҡыҙы ҡунаҡҡа килде.

“Кеше һәр яҡлап матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла” тигән А.П.Чехов.Кешенең гүзәллек донъяһына беренсе аҙымы ғаиләнән башланыуы, бала бишектә ятҡанда уға ата-әсәһе төрлө төҫтәге уйынсыктар элеп ҡуйыуы, йырлап-көйләп әсәһе балаһын йоҡлатыуы, үҫә төшкәс, уға төрлө әкиәттәр һөйләүе тураһында Гөлгөнә Ибраһим ҡыҙы  әйтеп үтте. Шулай уҡ тышҡы һәм эске матурлыҡ, яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белергә, Тыуған илебеҙҙең тәбиғәтен һаҡлау, уның байлығы, матурлығын күрә белергә кәрәк икәнен һөйләнеләр. Аралашҡанда «тылсымлы һүҙҙәр”ҙе ҡулланыу ,йәмәғәт урындарында, өҫтәл артында ултырғанда үҙеңде әҙәпле тотоу, ихтирамлы, иғтибарлы булыу кеүек сифаттарҙы булдырыу тураһында бик күп кәңәштәр әйттеләр. Осрашыу бик фәһемле булды.

Көндөң икенсе өлөшөндә һәр ырыу ҡыҙҙары төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар.

I урынды Тамъян һылыуы Кинйәбаева Розалина, Бөрйән ырыуы һылыуы Мөрсәлимовап Наҙгөл бүлешһә, II урында - Үҫәргән ырыуы һылыуы Шәйәхмәтова Руслана. Афарин, ҡыҙҙар!

 


11 июнь.docx

Скачать (Размер 16 Kb) Тип файла: docx