“Рәсәй көнө”нә арналған саралар үтте беҙҙең лагерҙа

Июнь 12, 2019 Просмотров: 381

         “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерының бөгөнгө  көнө лә бик ойошҡанлы үтте. Иртәнге күнекмәләр эшләп, саф һауала уйнап ингәс, балалар әңгәмәләрен  “Рәсәй көнө”нә  бағышланылар. Әйҙәүселәр “Нимә ул Рәсәй, Рәсәйҙә йәшәгән кешеләрҙе кем тип йөрөтәләр?”  тигән кеүек  һорауҙарға яуап бирҙеләр, Гимнды тыңланылар, артабан сәмле ярыш башланды. Ырыуҙар төҫлө ҡағыҙҙарҙан Рәсәй Флагын эшләне, Рәсәй Гербын киҫмә ҡағыҙҙан төҙөнөләр.                                          

     Ырыу ағзалары “Ил һаҡсыһы” уйынын бик оҡшатылар. Сөнки аяҡҡа бәйләнгән шарҙы шартлатырға тейеш ине. Алыш сәмле барҙы. Тибризов Дим (Бөрйән ырыуы) Әфләтүнов Мирасты (Тамъян ырыуы) еңде лә, алыш дауам итте, ахырҙа Дим  тағы үҙен һынатманы, ул Ишмырҙин Азаматтың да шарын шартлатты  һәм  “Ил һаҡсыһы” булды.

    “Рәсәй көнө”нә  арналған сара көндөң икенсе яртыһында ла дауам итте, балалар киҫмә хәрефтәрҙән Рәсәй, Россия, Тыуған ил, Родина тигән һүҙҙәрҙе йыйҙылар, “Минең Рәсәй” тигән йәнһүрәт ҡаранылар, Көн аҙағында һәр ырыу ағзалары күңелле флешмоб күрһәтте.

           Һөҙөмтәлә Тамъян ырыуы беренселекте алды. Афарин!


россия.docx

Скачать (Размер 13 Kb) Тип файла: docx