Лагерҙың бөгөнгө көнө лә бик ойошҡанлы үтте
“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерының бөгөнгө 13 июнь көнө лә бик ойошҡанлы үтте. Ғәҙәттәгесә иртәнге күнекмәләр эшләп, саф һауала уйнағандан һуң, балалар “Башҡортостан тарихы” тураһында һөйләшә башланылар. Әйҙәүселәр “Башҡортостанды беләһеңме” тигән викторина үткәрҙе.
Ырыу ағзалары киҫмә өлөшсәләрҙән Башҡортостан гербы һәм флагын эшләне, ребустар систе, кроссвордтар тултырҙылар.
“Алтын тирмә” уйыны сәмле барҙы. Беренсе турҙа өс ырыуҙың да көсө тигеҙ булғанлыҡтан бөтәһе лә икенсе турға инделәр. Икенсе турҙа Үҫәргәндәр төшөп ҡалды, ә Тамъян менән Бөрйәндәр ярышты дауам итте. Алтынсы уйынға тиклем көс тигеҙ барһа ла бөрйәндәр “теҙген”де ысҡындырырға мәжбүр булды. Тамъяндар өсөнсө турға килеп етте һәм унда ла үҙҙәрен һынатманы, “Алтын тирмә”нең еңеүсеһе булды.
Көндөң икенсе яртыһында балалар велосипедтың төҙөлөшөн, тарихын, сығарыу урынын өйрәнделәр, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр ҙә саф һауала велосипедта төрлө күнегеүҙәр эшләүгә күстеләр.
“Башҡоростан тарихы”көнө бик фәһемле үтте.