“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерының йома көнө бик күңелле үтте

Июнь 14, 2019 Просмотров: 59

         “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерының йома  көнө бик күңелле  үтте. Ғәҙәттәгесә иртәнге күнекмәләр эшләгәс, саф һауала “Күңелле старттар”  үтте. Ырыуҙар араһында ярышып Үҫәргәндәр еңеүсе булды. Афарин!

      Артабан “Таланттар эҙләйбеҙ” конкурсы үтте, ырыу ағзалары ҙур теләк менән йырлап, бейеп күрһәттеләр.

      Көндөң икенсе яртыһында “Был ниндәй көй” уйыны сәмле барҙы. Беренсе турҙа уҡ Бөрйәндәр алға сыҡты.  Артабанғы турҙа һәм супер уйында Бөрйәндәр отҡор булып сыҡты һәм уйындың еңеүсеһе булдылар. Афарин!

      “Йәш йырсылар”көнө бик фәһемле үтте.


Йомаҡ.docx

Скачать (Размер 13 Kb) Тип файла: docx