15 июнь “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерында бик күңелле үтте

Июнь 16, 2019 Просмотров: 121

15  июнь “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерында бик күңелле  үтте. Ғәҙәттәгесә иртәнге күнекмәләр эшләгәс, балалар экскурсияға сыҡты. Мәсет тауына менеп, ауылдың тирә – яғындағы тау – ҡырҙарҙы байҡаны, уларҙың атамалары менән таныштылар. (Олотау, Үҫтерем, Баҡыр – тау, Таш – тау, Теләгиткән тауы, Олоғойо, Арыҫланбай ҡоҙоғо, Оҙонғыр буйы).

      Экскурсияның төп өлөшө Саптар баҫыуы урманы янындағы аҡланда үтте. Ырыуҙар араһында тоҡ кейеп, ҡалаҡ менән картуф ташып, көршәк ватыу,  “ат”та сабышып ярыштылар. Тамъяндар еңеүсе булды. Афарин!

        Артабан йүгереүгә бәйле уйындар (Көн – төн, Өкө,Ҡатырыш ).

Көндөң икенсе яртыһы “Шиғриәт”кә бағышланды. Шиғыр төҙөлөшө менән танышҡас, Тыуған ил, Башҡортостан тураһында шиғыр һөйләнеләр, бирелгән һүҙҙәргә рифмалаштырып шиғыр ижад иттеләр, шиғырҙың ҡалған һүҙҙәрен өҫтәнеләр, сираттағы конкурста Бөрйәндәр  еңеү яуланы. Афарин!

          “Шиғриәт”көнөнән бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалдылар.


Йомаҡ.docx

Скачать (Размер 13 Kb) Тип файла: docx