Батырлыҡ көнө
17 июнь “Ҡояшҡай” йәйләүендә батырлыҡ көнө тип иғлан ителде. Иртәнге аш ашағандан һуң тәрбиәләнеүселәр “Үҫтерем” урманына барып тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайттылар. Урман яланында балалар тоҡ менән һикерҙеләр, уҡ аттылар, арҡан тартыштылар, халыҡ уйындарын уйнанылар. Ә йыр-моң һөйөүселәрҙе яланда сәхнә көтә ине. “Таланттар эҙләйбеҙ!” телетапшырыуы бик сәмле барҙы. Һәр бер бала үҙенең төрлө һәләтен күрһәтеп тәмлекәстәр алдылар.
Сараның икенсе өлөшөндә һәр бер ырыуҙың батырҙары майҙанға көс һынашырға сыҡтылар һәм түбәндәге номинациялар билдәләнде:
“Иң мәргән уҡсы” Кейекберҙин Илназ (Үҫәргән)
“Иң көслө батыр” Рәхимов Хәсән (Тамъян)
“Иң зирәк” Ишмырҙин Айгиз (Тамъян).
Төшкө аштан һуң балалар башҡортса кино ҡаранылар һәм саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнанылар.