“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерында бөгөн дә балалар тауышына күмелде

Июнь 18, 2019 Просмотров: 50

     “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерында бөгөн дә балалар тауышына күмелде.

        Иртәнге күнекмәләр эшләгәс, балалар саф һауала уйнанылар. Өлкәндәр төркөмө “Бура һуғыу”, бәләкәйҙәр төркөмө “Аҡ тирәк”, “Ашай - ашамай”, “Буяу һатып алыу” кеүек уйындарҙы яратып уйнанылар.

          Көндөң икенсе яртыһында балалар театр тураһында һөйләштеләр.  Нимә ул театр, унда кем эшләй, Ишмырҙа ауылынан сыҡҡан театр хеҙмәткәрҙәре  менән танышҡас, балалар үҙҙәрен әртис итеп хис итте. Үҫәргән, Бөрйән ырыуы икешәр сәхнәләштереү әҙерләп тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе, Үҫәргәндәрҙең сығышы көслө алҡыштар менән билдәләнде. Афарин!

          “Театр”көнөнән бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалдылар.

 


Йомаҡ.docx

Скачать (Размер 13 Kb) Тип файла: docx