“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры бөгөн дә балалар тауышына күмелде

Июнь 19, 2019 Просмотров: 54

     “Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры бөгөн дә балалар тауышына күмелде.

        Иртәнге күнекмәләр эшләгәс, балалар Бакыр – Тау карьерына экскурсиға сыҡтылар. Юл ыңғайы таш эшкәртеүселәр менән осраштылар, аҙаҡ мәктәп янында төрлө уйындар уйнанылар.

          Көндөң икенсе яртыһында балалар төркөмдәргә бүленде; өлкәндәр төркөмө “Бура һуғыу”, бәләкәйҙәр төркөмө “Аҡ тирәк”, “Буяу һатып алыу” кеүек уйындарҙы яратып уйнанылар. Балалар уйын менән мауыҡҡан саҡта, әйҙәүселәр ял итеүселәргә арнап яҙылған хатты йәшергән ине. Ырыуҙар үҙҙәренә  тәғәйен маршрут ҡағыҙын алып эҙләй башландылар. Тәүгеләрҙән булып, Үҫәргәндәр, икенсе булып – Бөрйәндәр, өсөнсөләрҙән – Тамъяндар йәшерен хатты тапты, уның эсенә йомаҡ яҙылған ине. Яуабын нимә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, апельсин һәм вафли! Эҙәрмәндәр  ҡулдарына апельсин һәм вафли  алып ҡыуандылар.

     Афарин!

     Бөгөнгө көндән бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалдылар.


Йомаҡ.docx

Скачать (Размер 13 Kb) Тип файла: docx