“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагеры
Июнь 22, 2019
Просмотров: 124
“Ҡояшҡай” көндөҙгө һауыҡтырыу лагерының сираттағы көнө лә бик күңелле үтте.
Иртәнге күнекмәләр эшләгәс, балалар Олотауға экскурсиға йүнәлделәр. Тауҙың матур бер аҡланында төрлө уйындар уйнанылар.
Көндөң икенсе яртыһында Тәбиғәт тураһында һөйләштеләр, сөнки бөгөнгө көн “Тәбиғәт көнө” ине; Ырыуҙар араһында тәбиғәт тураһында шиғыр һөйләүселәр, йомаҡ сисеүселәр, йырсылар бик күп булды. Үҫәргән ырыуы егеттәре “Тәбиғәт дошмандары” исемле сәхнәләщтереү аша, тамашасыларына тәбиғәтте һаҡларға кәрәк икәнлеген күрһәттеләр.
Афарин!
Бөгөнгө көн бөтәһе лә оҡшаны.