Аңлатыу эштәре алып барылды...

Сентябрь 27, 2019 Просмотров: 59

Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала  20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була.Республика етәксеһе Радий Хәбировҡушыуыбуйынса, пенсионерҙарһәммохтаждарғацифрлыҡулайламайәки спутник ҡоролмаалыуөсөн компенсация түләнә. Башҡортостанда аналог телесигнал биреү 14 октябрҙәтуҡтатыла.

Шул рәүешле Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары 26 сентябрь көнө оло йәштәге инәй-олатайҙарға аңлатыу эштәре алып барҙылар. Ауылдаштарыбыҙға әгәр Беренсе каналдың өҫкө уң яғында “А” хәрефе тора икән,   телевизорҙың элекке аналог төрөнә ҡарай һәм уларға һанлы приставка ҡуйырға кәрәклекте төшөндөрҙөк. Күп кенә өйҙәрҙә кабель, спутник, IP-телевидениелары тоташҡан. Уларға иһә был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин. 

Һанлы телевидение хеҙмәттәре буйынса һорауҙар тыуһа, 8-800-220-20-02 номеры буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкинлекте белгерттеләр.